21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Февраль 21, 2025 Просмотров: 366
21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Ул 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан иғлан ителә. Уның төп маҡсаты-төрлө телдәрҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу, сөнки тап уларҙың күп төрлөлөгө арҡаһында беҙҙең донъябыҙ иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәҙәни байлыҡҡа эйә. Телгә һөйөү нигеҙе ғаиләлә һалына. Ҡағиҙә булараҡ, был көнкүреш, һөйләү теленең нигеҙҙәре. Ә бына телдең матурлығын һәм байлығын аңлауҙы, уның әҙәби ҡабул итеүҙе, әлбиттә, мәктәп белеме бирә.
Халыҡ-ара туған телдәр көнө сиктәрендә Башҡорт Үргене урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исламғолова Ғәзимә Барый ҡыҙы 5,7 кластарҙа “Туған тел – ул ата-әсә теле”, 10 класта “Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы” темаһына әңгәмә үткәрҙе.Уҡыусылар билдәле яҙыусыларҙың китаптары тураһында һөйләштеләр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әйтештеләр, синквейн төҙөнөләр. Бындай саралар уҡыусыларҙың туған телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныуын уятырға, үҙ халҡының мәҙәниәтенә һәм йолаларына, шулай уҡ башҡа халыҡтарға хөрмәт тәрбиәләргә мөмкинлек бирә.
Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ һәм ҡәҙерләйек. Әйҙәгеҙ, уны өйрәнәйек, уның менән һөйләшәйек һәм киләсәк быуындарға тапшырайыҡ. Ул һәр ваҡыт беҙҙең өсөн ғорурлыҡ һәм илһам сығанағы булһын!
Дата изменения: 19.06.2025 10:03