18 апрель - милли кейем көнө
Апрель 18, 2025
Просмотров: 687
18 апрелдә Республика халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә. Бөгөн Башҡорт Үргене урта мәктәбенең 5 класс уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исламғолова Ғ.Б. менән халҡыбыҙҙың милли кейемдәрҙең , биҙәүестәренең бай тарихы тураһында һөйләштеләр. Ауыл китапханасыһы Ейәнбирҙина Г. башҡорт ҡатын -ҡыҙҙары, ир-егеттәренең кейемдәренең үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, Уҡыусылар байрамға ҡағылышлы шиғыр һөйләнеләр,мәҡәлдәр әйттеләр.
Милли кейем көнөн билдәләү - үҫеп килгән быуында халыҡ мәҙәниәтенең ифрат ҡәҙерле, баһалы, аҫыл төшөнсә икәненә төшөнә, уларҙа тарихи үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә..
Дата изменения: 19.06.2025 10:03